АҠНАЗАР, А.Солтан (?—1580/81), хан. Сыңғыҙхан нәҫеле, Ҡаҙаҡ ханлығына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Жанибәк хандың ейәне. Оло Нуғай Урҙаһы кенәздәре, Бохара ханы Абдуллаһ II, ойраттар, ҡырғыҙҙар м‑н һуғыш алып бара. 16 б. 30‑сы йй., Алтаҡар үлтерелгәндән һуң, үҙенең хакимлығын Башҡортостандың көньяғына һәм көньяҡ‑көнсығышына йәйелдерә. А. ставкаһы Ағиҙел һәм Өфө йй. араһында (хәҙ. Өфө ҡ.) урынлашҡан була.

Мәскәү яҡлы сәйәсәт алып барыусы Исмәғил һәм уның вариҫтары м‑н көрәшә. Бер өлөшө рус подданныйлығын ҡабул иткән (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) башҡорттарҙы ҡыҫа. П.И.Рычков тарафынан Ҡыҙрас Муллаҡаев һүҙҙәренән яҙып алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, А. буйһонған терр‑яла ҡаты тәртип урынлаштырыла һәм һалымдар һалыу тәртипкә килтерелә. Башҡ. шәжәрәһе мәғлүмәттәре б‑са, А. 30—40‑сы йй. Ҡазан ханлығын, Себер ханлығын һ.б. үҙенә буйһондора.

С.И.Хәмиҙуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке