“ҠЫҘЫЛ ПРОЛЕТАРИЙ”, ААЙ. Нефть сығарыу һәм ташыу, нефть промыслаларын хеҙмәтләндереү өсөн нефть промыслаһы, быраулау һәм геол. разведка ҡорамалдарын яһау (25‑тән ашыу төр) һәм капиталь ремонтлау эштәрен башҡара. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына дизель (1966 й., 1980 й. нигеҙләнгән), механика (1972) цехтары; инструмент, иретеп йәбештереү (икеһе лә — 1972), ремонт‑төҙөлөш (1973) участкалары инә. 2011 й. 466 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1941 й. “Башнефтеразведка” тресының “Ҡ.п.” з‑ды булараҡ Баҡынан эвакуацияланған ш. уҡ исемле завод базаһында ойошторола, 1941 й. нояб. һуғыш припастарының тәүге комплекттары сығарыла, 1942 й. заводта быраулау ҡулайламалары өсөн двигателдәр ремонтлау цехы асыла, 1945 й. алып нефть промыслаһы ҡорамалдары етештерелә башлай, 1990 й. — ҠП, 1993 й. хәҙ. статусын ала. “Еңеүгә индергән өлөшө өсөн” халыҡ-ара йәмәғәт орд. м‑н бүләкләнгән (2006). Пр‑тие м‑н И.Д.Кочетов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.