“ҠЫҘЫЛ ПАРТИЗАН”, ЯСЙ. Учалы р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ахун ауылы. Составына 3 баҫыусылыҡ һәм 1 йәшелсәселек бригадаһы, һөт етештереү б‑са комплекс, һөтсөлөҡ фермаһы, тирмән, умарталыҡ, төҙөлөш һәм кейеҙ баҫыу цехтары һ.б. инә. Ял йорто бар. 2012 й. 35 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5849 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 4049. Иген культураларының уңдырышлылығы — 12 ц/га; 1832,5 т иген етештерелгән. Һыйыр малы һаны — 270 (123 һыйыр), йылҡы — 159; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2938 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 300 г; етештереү (т): һөт — 370,2, ит — 14. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1929 й. “Тырыш партизан” к‑зы булараҡ ойошторола, 1930 й. алып “Ҡыҙыл партизан” к‑зы, 1998 й. — АХПК, 2005 й. — ААЙ, 2012 й. хәҙ. статусын ала. Колхозда иген етештереү 14403,7 т, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2604 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы 507 г еткән (1978). Хужалыҡ 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). “Ҡ.п.” м‑н М.Ғ.Хәбиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.