“ҠЫҘЫЛ ҠУРАЙ”, ижт.‑сәйәси гәзит. БашҮБК һәм РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты органы. 1921 й. 18 февр. 23 мартҡа тиклем, “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәз. нәшер итеү туҡтатылып торған саҡта, Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Барлығы 5 һаны донъя күрә. Гәзиттә РКП(б) органдарының эшмәкәрлеге яҡтыртыла, сәйәси, иҡт. һ.б. темаларға мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррире — Д.Юлтый.

И.С.Иғдәүләтов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.