ЛЕРМАН Исай Абрамович (23.1. 1884, Киев губ. Бердичев ҡ. — 13.2. 1954, Өфө), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (1940), проф. (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Женева ун‑тын тамамлағандан һуң (1915) тыл һәм фронт хәрби‑мед. учреждениеларында, 1920 й. алып Әстерхан ҡ. эшләй. 1934 й. башлап БДМИ‑ның фармакология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1941—43 йй. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тының фармакология каф. мөдире (Өфө), 1946—48 йй. БДМИ деканы, 1946—52 йй. БАХИ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге БАССР дарыу үҫемлектәренең фармакологик үҙенсәлектәрен тикшереүгә, үҫемлек сығышлы дарыуҙарҙы эшләүгә, үҙәк һәм вегетатив нервы системаһына тәьҫир итеүсе ағыулы матдәләрҙең углеводтар алмашыныуына йоғонтоһон тикшереүгә, химия сәнәғәте пр‑тиеларының ҡайһы бер продукт төрҙәренең токсик үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған.

Хеҙм.: Применение лекарственных и витаминных растений Башкирской АССР. Уфа, 1945 (авторҙ.); Руководство по общей рецептуре. М., 1956 (авторҙ.).

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика