“АЛТЫ ЕГЕТ”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. “А.е.” варианттарын тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков 1893 й. Верхнеурал өйәҙе Ташбулат а. (хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтыра. Башҡа варианттарын З.Ғ.Исмәғилев, Л.Н.Лебединский, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып ала. Бейеү характерындағы, квадрат структуралы көй. Шиғри текст бикәс һәм еңгә араһындағы шаян диалог формаһына ҡоролған. “А.е.” тауыш һәм фп. өсөн Әхмәтов, хор һәм фп. өсөн Ш.Ш.Ибраһимов эшкәртә.

Әҙәб.: Сөләймәнов Ғ.З. Ҡурай. Өфө, 1985.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Нотная запись песни

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.