ҠЫҘЫЛ КҮБӘЛӘК (Callimorpha quadripunctaria), күбәләктәр отрядының ҡыҙыл күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала (төньяҡ райондарынан башҡа), Кавказда, ш. уҡ Иранда, Сүриәлә, Төркиәлә таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 5—5,5 см, алғы ҡанаттары ҡара, аҡ һыҙатлы, артҡылары сағыу ҡыҙыл, шәмәхә ҡара йомро таптары бар. Инә күбәләк үлән һәм ағастарға аҡ төҫтәге йомро йомортҡа һала. Ҡарышлауығы ҡуйы төк м‑н ҡапланған. БР шарттарында  йылына  1 быуын үҫә. Ҡарышлауығы ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты июль аҙ. — авг., көндөҙ әүҙем. Күбәләге — сәскә нектары, ҡарышлауығы кесерткән, клевер, ҡурай еләге, юл япрағы һ.б. үҫемлектәр м-н туҡлана. Аҙ һанлы төр, БР‑ҙың урманлы һәм урман‑далалы райондарында осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке