ҠЫҘЫЛ КӨРТМӘЛЕ (Vaccinium vitis idaea), ҡыҙыл көртмәле һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы мәңге йәшел ваҡ ҡыуаҡ, 100 йылдан ашыу йәшәй. Үрендеһе төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 10—25 см. Япрағы эллипс формаһында, тупаҡ, бөгөлгән, һирәк осраҡта бер аҙ бысҡылы ситле, ҡалын тиресәле, ҡыҫҡа һаплы; өҫ яҡтан ялтыр, аҫ яҡтан ҡара‑көрән төҫтәге биҙсәләр м‑н. Сәскәһе ваҡ, тоноҡ ал төҫтә, ҡыңғырау рәүешендә, һалынҡы ос тәлгәштәрендә.  Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡыҙыл еләк, авг.—сент. өлгөрә. Тау тундраһында, яҡты ылыҫлы урмандарҙа, күрән‑сфагнум һаҙлыҡтарында үҫә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал алдында осрай. Дарыу үҫемлеге. Ҡ.к. еләктәре аҙыҡ итеп ҡулланыла. Айыу һәм ҡарағай урманы кейектәре өсөн аҙыҡ булып тора.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.