ҠЫҘЫЛ КИТАП, хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең, бәшмәктәрҙең, лишайниктарҙың һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған төрҙәренә тасуирлама биргән дауамлы фәнни-белешмә баҫма. Төрҙөң биологияһы, ареалы, һаны, тәбиғәтте һаҡлау статусы (бөтәһе 5 категория), һаҡлау саралары һ.б. т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Төрҙө Ҡ.к. индереү уны һаҡлау б‑са яуаплылыҡ талап итә, ҡануниәт м‑н көйләнә. Халыҡ-ара (Халыҡ- ара тәбиғәтте һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡлау б‑са союз), милли һәм төбәк Ҡ.к. айырып йөрөтәләр.

Халыҡ-ара тәбиғәтте һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡлау б‑са союздың Ҡ.к. (1966, 1976 һ.б.) ҡабул ителгән ҡараштарҙы ҡулланып, “СССР‑ҙың Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга СССР”; 1978, 1984), “РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга РСФСР”; 1984, 1988), “РФ‑тың Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга РФ”; 2008), “Урта Уралдың Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Среднего Урала”; 1996), ш. уҡ РФ‑тың ҡайһы бер республикалары һәм өлкәләренең — “Татарстан Республикаһының Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Республики Татарстан”; 1995), “Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Оренбургской области”; 1998) һ.б. баҫыла. Республикала тәүге “Башҡорт АССР‑ының Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Башкирской АССР”) 1984 й. донъя күрә, 1987 й. ҡайтанан нәшер ителә. Уға үҫемлектәрҙең 171 һәм хайуандарҙың 157 төрө индерелгән. 2001— 2004 йй. 3 томлыҡ “БР‑ҙың Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга РБ”) баҫыла.

“Ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәрҙең һирәк осраған һәм юғалып барған төрҙәре” (“Редкие и исчезающие виды высших сосудистых растений”) тип аталған 1-се томына (2001; баш мөхәррире Е.В.Кучеров) сәскәле үҫемлектәрҙең— 220, яланғас орлоҡлоларҙың — 1, абаға һымаҡтарҙың — 10, көкөрт үләне һымаҡтарҙың 1 төрө; “Мүк һымаҡтар, ылымыҡтар, лишайниктар һәм бәшмәктәр” (“Мохообразные, водоросли, лишайники и грибы”) тигән 2‑се томына (2002 й.; баш мөхәррире А.И. Соломещ) мүк һымаҡтарҙың— 24, ылымыҡтарҙың — 19, лишайниктарҙың — 12 һәм бәшмәктәрҙең 5 төрө; “Хайуандар” (“Животные”) исемле 3‑сө томына (2004 й.; баш мөхәррире М.Ғ.Баянов) һөлөктәрҙең — 1, бөжәктәрҙең2, балыҡтарҙың7, ер-һыу хайуандарының3, һөйрәлеүселәрҙең — 6, ҡоштарҙың49, имеҙеүселәрҙең 18 төрө индерелгән.

2007 й. БР‑ҙа Ҡ.к. 3 томының берләштерелгән варианты (факсимиль баҫма), 2011 й. тулыландырылған һәм эшкәртелгән 2‑се баҫмаһы (1 т. Үҫемлектәр һәм бәшмәктәр; баш мөхәррире Б.М.Миркин) баҫыла, унда 284 төр — 220 сәскәле, 10 ҡаҙаяҡ һымаҡ, 2 көкөрт үләне һымаҡ, 29 мүк һымаҡ, 1 ылымыҡ, 12 лишайник, 10 бәшмәк индерелгән. Һәр бер төрҙөң тасуирламаһына төҫлө һүрәт һәм Башҡортостан терр‑яһында таралыуының схематик картаһы бирелә. Һәр томда төрҙәрҙең латин, урыҫ, башҡ. атамалары һ.б. килтерелә.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке