ҠЫҘЫЛ ЕҘЕМ, Урыҫ Еҙеме, Архангел р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Еҙем а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1328 кеше; 1920 — 1862; 1939 — 1390; 1959 — 1061; 1989 — 580; 2002 — 556; 2010 — 534 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Русские узоры” ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Архангел заводы эргәһендә торама булараҡ нигеҙ һалына, 1755 й. алып Еҙем исеме м‑н билдәле. 1795 й. 822 кеше йәшәгән, 1865 й. 85 йортта — 657 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня булған. 1906 й. сиркәү (1896 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, һыу тирмәне, шарап һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. И.А.Антипин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке