“ҠЫҘЫЛ ДОНЪЯ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Волга аръяғы хәрби округының сәйәси идаралығы һәм РКП(б)‑ның Һамар губерна ком‑ты эргәһендәге татар‑башҡ. бюроһы органы. Һамар ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке төрки телендә сыға. 1918 й. окт. алып “Яңы көс”, 1920 й. июль‑дек. “Ҡ.д.” исеме м‑н нәшер ителә. Гәзит биттәрендә төбәктең һәм Көнсығыш халыҡтарының сәйәси, соц.‑иҡт. мәсьәләләре яҡтыртыла.

И.С.Иғдәүләтов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке