ҠЫҘЫЛ БӨРЛӨГӘН, рубус затына ҡараған үҫемлек төрө. 300—600 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиер‑ лек таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—30 см. Сәскә атмай торған һабаҡтары — нәҙек, йәйенке, сәскә ата торғандары төҙ, нәҙек энә йәки шырт һымаҡ сәнске м‑н ҡапланған. Япраҡтары өсәрле йәки йөрәксә-көрәк формаһында, ҡуш киртләсле ситле. Сәскәләре аҡ йәки ҡуйы ал төҫтә, һабаҡ осонда урынлашҡан, яңғыҙ йәки сатыр һымаҡ сәскәлектәрҙә, май—июлдә сәскә ата. Емеше ҡыҙыл йәки ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, күп төшлө, июль—авг. өлгөрә. Ябай Ҡ.б. урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, ташлы битләүҙәрҙә үҫә, бөтә БР‑ҙа таралған; ҡомалаҡ япраҡлы Ҡ.б. һирәкләп Башҡортостан (Көньяҡ) Уралыныңиң бейек өлөшөндә һаҙлыҡтарҙы уратып алған ҡара ылыҫлы (шыршы һәм шыршы-аҡ шыршы) һаҙланған урмандарҙа осрай. Составында С витамины, органик к‑талар, флавоноидтар булған емештәрен аҙыҡ итеп, япраҡтарын сәй эсемлеге әҙерләү өсөн файҙаланалар. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы, декоратив үҫемлек. Ҡомалаҡ япраҡлы Ҡ.б. БР‑ ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке