ЛЕПЛЯНИН Геннадий Викторович (25.8.1938, Алма‑Ата — 29.5.2016, Мәскәү), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1979), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1983). Ленинград технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА‑ның Органик химия ин‑тында (Ҡазан), 1965 й. алып Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Химия фәндәре ин‑тында, 1969 й. — Павлодар индустриаль ин‑тында эшләй. 1971 й. башлап Химия ин‑тында (Өфө): өлкән ғилми хеҙм‑р, 1973 й. алып лаб. мөдире, 1986 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. 1990—91 йй. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның (Мәскәү) фәнни һәм тәж. эштәре б‑са дир. урынбаҫары. 1994 й. башлап Бөтә Рәсәй урман хужалығын химиялаштырыу ҒТИ‑нда (Ивантеевка ҡ.) лаб. мөдире, 2002 й. алып Рәсәй туризм һәм сервис ун‑тында (Мәскәү) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре полимерҙарҙың кинетик законлыҡтарын, барлыҡҡа килеү реакцияларының механизмдарын һәм химик әүерелештәрен тикшереүгә, дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле полимерҙар етештереүҙең яңы процестарын уйлап табыуға арналған. Л. тарафынан юғары энергиялы киҫәктәрҙе һәм ионлау нурланыштарын теркәү өсөн радиацияға тотороҡло пластмасса детекторҙар яһау, вегетация ҡоролмаларын ябыу өсөн яҡтылыҡты үҙгәртеүсе полимер материалдар (органик быялалар, Полисветан, Редлайт тибындағы полимер плёнкалар), Сульфакрилат, Glubran елемле мед.‑биол. композицияларын, ш. уҡ операцияларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе һәм дауалау ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн Абактолат бактерицид тегеү материалдарын етештереү технологиялары эшләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 100 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Сополимеризация N,N‑диметил‑N,N‑диаллиламмонийхлорида с виниловыми мономерами //Высокомолекулярные соединения Б. 2002. Т.44. №5 (авторҙ.); Радиационное старение сшитых полиметилметакрилатов //Журнал прикладной химии. 2004. Т.77. Вып.2 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Яндекс.Метрика