“ҠЫҘЫЛ БАТЫР”, ижт.‑сәйәси гәзит. БАССР‑ҙың хәрби эштәр б‑са ХК‑ның сәйәси идаралығы органы. 1920 й. ноябренән Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Бөтәһе 7 һаны донъя күрә. Гәзиттә хәрби‑патриотик темаларға мәҡәләләр баҫыла, Граждандар һуғышының барышы яҡтыртыла. Ябылыу ваҡыты билдәһеҙ. Мөхәррире — Д.Юлтый.

И.С.Иғдәүләтов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.