ҠЫҘЫЛ БАЛЫҠ (Hucho taimen), һөмбаш һымаҡтар отрядының һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Евразия йылғаларында һәм күлдәрендә (Дунай й. басс. алып Сахалин утрауына тиклем) йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 1,5 м тиклем, ауырлығы 80 кг тиклем. Тәне ваҡ тәңкә м‑н ҡапланған, тәпәш, уҡ формаһында. Төҫө сыбар, ҡойроғо һәм артҡы йөҙгөсө ҡыҙғылт. Ауыҙы ҙур, яңаҡтарында, аңҡау һөйәктәрендә һәм телендә осло тештәре бар. Енси яҡтан 5—7 йылда өлгөрә. Иртә яҙҙа ыуылдырыҡ сәсә. Үрсеү өсөн йылғаларҙың бәләкәй ҡушылдыҡтарына күсә, ыуылдырығын ҡырсынташлы грунтҡа һала. Үрсемлелеге — 10—35 мең ыуылдырыҡ (диам. 5,3—5,9 мм). Балыҡ, тәлмәрйен, ваҡ йәнлек, ҡоштар м‑н, селбәрәһе осоусы бөжәктәр һәм һыу умыртҡаһыҙҙары м‑н туҡлана. Йәйге эҫелә диапаузаға (ваҡытлы физиол. тынлыҡ) күсә. Башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы йылғалары һәм шишмәләрендә осрай. Ҡиммәтле кәсеп балығы. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.