ЛЕПИЛИНА Лариса Александровна (5.9.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры һәм проф. (1995). Ф.С.Хөсәйенованың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлаған (1976). 1979 й. алып шунда уҡ эшләй (1994 й. – традицион мед. каф. мөдире). 2014 й. башлап Проф. белем биреү ин-тының комплиментар мед. каф. мөдире (Өфө ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы, терәк‑хәрәкәт аппараты һ.б. ауырыуҙар ваҡытында ҡулланылған дауалау ысулдарын өйрәнеүгә һәм камиллаштырыуға арналған. Л. ҡатнашлығында Бехтерев ауырыуы булғанда умыртҡа бағанаһының функциональ етешмәүсәнлеге дәрәжәһен баһалау, алкоголдән зарарланған йөрәкте дауалау ысулдары һ.б. эшләнгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Лазеротерапия в ревматологии. Уфа, 2004 (авторҙ.); Лечение заболеваний опорно‑двигательного аппарата гомеопатическими препаратами. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика