ҠАМҒАҠ, (Gypsophila), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 120 төрө билдәле, башлыса Евразияның уртаса бүлкәтендә, Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк бәләкәй ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ныҡ тармаҡлы, бейеклеге 5—100 см. Япрағы ланцет йәки ҡыяҡ, ултырма, ҡапма- ҡаршы. Сәскәһе аҡ, тоноҡ ал, ҡыҙыл төҫтәрҙә, ваҡ, протандрик, күп һанлы, дихазияларҙа. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бер оялы ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Бейек Ҡ. респ. бөтә терр‑яһында ташлы далаларҙа, һеперткеле Ҡ. — урман-дала һәм дала зоналарында далала, ҡарағай урмандары ситендә, эзбизташлы битләүҙәрҙә, ҡая Ҡ. — Ейәнсура р‑нының Юлдыбай а. янындағы далала, теҙмә Ҡ. — Өршәк һәм Сәрмәсән йй. үҙәндәре буйлап, Асылыкүл янындағы тоҙло һәм ҡомло болондарҙа, эндемик Урал Ҡ. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ҡалҡыу өлөшөндәге ҡаяларҙа һәм тау тундраларында осрай. Декоратив үҫемлек. Ҡ. ҡайһы бер төрҙәренең составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, сапониндар, фла-воноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ҡая Ҡ. һәм теҙмә Ҡ. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.