ҠЫҘЫЛ БАЙРАҠагрофирмаһы, ЯСЙ. Күгәрсен р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Теләүембәт ауылы. 1961 й. “Ҡ.Б.” к‑зы булараҡ ойошторола, 1991 й. алып Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы, 1999 й. — а.х. производство кооперативы, 2002 й. — «“Ҡыҙыл Байраҡ” колхозы» АХПК, 2005 й. — ЯСЙ, 2006 й. ябыла. Составына 3 һөтсөлөк, йәш һыйыр малын һимертеү, сусҡ‑ҡ фермалары, һөт һәм май етештереү цехтары, тирмән, икмәкхана һ.б. ингән. Ҡунаҡханаһы һәм магазины булған. 2002 й. 226 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 4376 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 3110 га. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке