ЛЕПЁШКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 376 кеше; 1920 — 421; 1939 — 415; 1959 — 375; 1989 — 285; 2002 — 297; 2010 — 299 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Баймырҙа урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1766 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡыр‑Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 59 йортта 325 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика