ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БУЙЫНСА КЛУБТАР, һәүәҫкәрҙәр берекмәләре, фәнни, нәфис, спорт һ.б. ҡыҙыҡһыныуҙарға бәйле аралашыу өсөн йыйылған кешеләрҙе берләштергән клуб ойошмалары. 20 б. 70— 80-се йй. Башҡортостанда художество һәм сәнғәт ғилеме йүнәлешендәге Ҡ.б.к. (шиғриәт, музыка, кино яратыусылар һ.б. клубтары) киң таралыу ала. Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайында — шиғриәт һөйөүселәр клубы (етәксеһе В.А.Ольте), “УЗЭМИКтың мәҙәниәт һәм техника һарайында, “Синтетик Каучук” мәҙәниәт һарайында үҙешмәкәр йыр клубтары һ.б. эшләй. Дискоклубтар, ш. иҫ. “Синтетик Каучук” мәҙәниәт һарайында “Мелотрон” (етәксеһе А.В.Марухин) клубы, асыла, уларҙа тематик (билдәле музыканттарҙың, комп., рәссамдарҙың ижадына арналған), патриотик (Бөйөк Ватан һуғышына арналған) программалар булдырыла. Мәләүез ҡ. “Шәкәрсе” мәҙәниәт һарайының дискоклубы (етәксеһе — БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.Б.Кудин) йәштәрҙең ял үҙәгенә әйләнә. Ижт.‑сәйәси профилдәге Ҡ.б.к. араһында тыуған яҡты өйрәнеүселәр берекмәләре, интернациональ дуҫлыҡ, революцион, хәрби һәм хеҙмәт даны клубтары айырыуса таралыу ала. Химиктар мәҙәниәт һарайы эргәһендәге интернациональ дуҫлыҡ клубы сит ил делегациялары м‑н осрашыуҙар, йәрминкәләр һәм дуҫлыҡ кисәләре ойоштора.

Ошо уҡ осорҙа мәҙәниәт йорттары һәм һарайҙары (ҡара: Мәҙәният учреждениелары) эргәһендә Б.В. һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары клубтары барлыҡҡа килә: Химиктар мәҙәниәт һарайы эргәһендә “Фронт әхирәттәре” (рәйесе В.И.Смирнова) клубы һ.б. Бында уҡ мәктәп уҡыусыларын хәрби- патриотик тәрбиәләү б‑са буласаҡ командирҙар мәктәбе эшен башлай, уның нигеҙендә хәрби дан музейы булдырыла. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары клубтары хор коллективтарын һ.б. ойоштороуға булышлыҡ итә: Химиктар мәҙәниәт һарайында (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Г.В.Хомич), “Сода”ның мәҙәниәт һарайында (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Н.М.Ғабдрахманова), “УЗЭМИК” тың мәҙәниәт һәм техника һарайында (етәксеһе Н.Л.Мальцева), “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайында (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Л.И.Богатырёва) һ.б. 20 б. 80‑се йй. ял көнө клубтары киң үҫеш ала. “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайында 30 йылдан ашыу кактус үҫтереүселәр клубы (етәксеһе З.А.Коковина) эшләй.

Шулай уҡ нумизматтар, туристар, филофонистар, шахматсылар һ.б. клубтары (“УЗЭМИК”тың мәҙәниәт һәм техника һарайы эргәһендәге М.В.Соколова етәкс. хайуандарҙы һөйөүселәр клубы, Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы эргәһендәге А.П.Чулкина етәкс. туристар клубы һ.б.) эшләп килә. Рационализаторҙар һәм уйлап табыусылар берекмәләре үҫеш ала. Күп ойошмаларҙа йәш белгестәр клубтары эшләй.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.