ЛЕПЁХИН Иван Иванович (10.9.1740, С.‑Петербург — 6.4.1802, шунда уҡ), сәйәхәтсе, этнограф. Фәндәр һәм художестволар акад. академигы (1771). Академик экспедициялар етәксеһе. Башҡорт йәйләүҙәренең ҡоролошон, ит (бишбармаҡ, һалма), һөт (айран,ҡымыҙ, май) аҙыҡтары (ҡара: Башҡорт аш-һыуы) әҙерләү, уларҙы һаҡлау (ҡара: Традицион йыһаз) ысулдарын, башҡ. ҡатын-ҡыҙы кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме) үҙенсәлектәрен, башҡорттарҙың йола һәмғөрөф-ғәҙәттәрен, байрамдарын (һабантуй), халыҡ уйындарын, игенселек һәммалсылыҡ үҫешен һүрәтләй; тау заводтары, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары һәм рудниктар т‑да мәғлүмәт йыя.

Хеҙм.: Продолжение Дневных записок путешествия академика и медицины доктора Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1770 году. Ч.2. СПб., 1772.

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: И.И.Лепёхин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика