АҠМЫРҘИН Яхъя Фәйрүз улы (1894, Ырымбур губ. Орск өйәҙе 3‑сө Йомағужа а., хәҙ. Медногорск ҡ. составындағы Беләүтамаҡ а., — 1972, шунда уҡ), халыҡ йырсыһы. Йомшаҡ, сағыу тауыш эйәһе. Репертуарында “Зөлхәбирә”, “Мәҙинәкәй”,“Сәлимәкәй” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары. Уның башҡарыуында быға тиклем билдәле булмаған “Бәҙиғол”, “Вахит”, “Ғарипҡол”, “Ғилминур”, “Шафиҡ” йырҙары, Ырымбур башҡорттарының әкиәттәре, легендалары һәм риүәйәттәре яҙып алына. Н.Д.Шоңҡаров 1970 й. башында яҙып алған А. репертуарындағы йыр яҙмалары ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.