ЛЕОНТЬЕВ Алексей Фёдорович (27.3.1917, Түб. Новгород губ. Яковцево а. — 14.4.1987, Өфө), математик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1970), физика‑матем. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1975). Горький ун‑тын тамамлаған (1939), 1942 й. алып шунда уҡ эшләй: 1948 й. башлап юғары матем. каф. мөдире. 1954 й. алып Мәскәү энергетика ин‑тының матем. каф. мөдире, 1962 й. — СССР ФА В.А.Стеклов ис. Матем. ин‑тының (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1971—87 йй. СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә сектор мөдире һәм бер үк ваҡытта БДУ‑ның функциялар теорияһы һәм функциональ анализ каф. мөдире. Л. тарафынан комплекслы үҙгәреүсәндең функциялары теорияһының Өфө ғилми мәктәбенә, экспоненталарҙан торған полиномдар эҙмә-эҙлелегенең үҙенсәлектәрен тикшереү б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалына; теләһә ниндәй аналитик функцияны экспоненталар рәте м‑н күрһәтеү теорияһы төҙөлә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1989). Окт. Революцияһы орд. м‑н бүләкләнгән (1987). 2000 й. БР ФА уның исемендәге премия булдыра.

Хеҙм.: Ряды экспонент. М., 1976; Последовательности полиномов из экспонент. М., 1980; Обобщения рядов экспонент. М., 1981.

В.В.Напалков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика