ЛЕНЧЕНКОВА Любовь Евгеньевна (27.8.1956, Омск өлк. Ивановка а.), физик. Техник ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) ӨДНТУ‑ла эшләй (өҙөклөк м‑н). 1986—99 йй. Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда: 1994 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. — лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сығарыуы ҡыйын булған нефть һаҡламдарын сығарыуҙың эффективлығын күтәреүсе физик‑химик ысулдарҙы табыуға арналған. Л. ҡатнашлығында өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙең түбән адсорбциялы анионоген һәм ионоген булмаған композицияларын ҡулланыу нигеҙендә ҡалдыҡ нефтте ҡыҫырыҡлап сығарыу технологияһы табыла һәм БР ятҡылыҡтарын, ш. иҫ. Арлан нефть ятҡылығын, үҙләштергәндә индерелә. 85‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Повышение нефтеотдачи пластов физико‑химическими методами. М., 1998; Повышение нефтеотдачи неоднородных пластов. Оренбург, 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика