ҠЫҘРАС, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡыҙрас а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Шландыҡурғы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) тамағында, Асылыкүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 769 кеше; 1920 — 804; 1939 — 785; 1959 — 608; 1989 — 441; 2002 — 449; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1741 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары нигеҙ һала. Ҡыҙрас Муллаҡаев исеме м‑н аталған. 1795 й. 17 йортта 80 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 413 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.