ҠЫҘРАЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 415 кеше; 1959 — 554; 1989 — 292; 2002 — 370; 2010 — 342 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Первомайский урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Арыҫлан с‑зы ойошторолғандан һуң Ҡыҙрай фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1993 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.