ҠЫҘҘАРТАУ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Салауат р‑ны Арҡауыл а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 360 м. Битләүҙәре текә. Көңгөр ярусы тоҡомдарынан ғибәрәт. Ландшафы примитив (ябай төҙөлөшлө) органоген ҡырсынташлы һәм өлгөрөп етмәгән ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ташлы далаларҙан, яланғас болондарҙан тора. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре осрай: альп астраһы, башаҡлы ҡыйыҡтаж, гүзәл ҡылған, исәт сипылдағы, йомшаҡ ҡылған; реликттар: туманаҡ, осҡон‑һуған.

Ә.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.