ЛЕНСКИЙ Владимир Анатольевич (19.6.1947, Свердловск өлк. Кузино ҡсб), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1996). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (2004). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑тында (Октябрьский ҡ.) эшләй: 1976 й. алып өлкән геофизик, 1981 й. — лаб. мөдире; 2004 й. башлап “Геостра” ғилми‑производство үҙәге ЯСЙ бүлегенең баш геологы. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында мәғдән ҡырҙарын өйрәнеү, геол. киҫелеште һәм скважина забойы аҫтындағы аномаль баҫым зоналарын күҙаллау, нефть һәм газ ятҡылыҡтарының геол. төҙөлөшөн асыҡлау өсөн скважиналы сейсморазведка технологияһын эшләүгә һәм производствоға индереүгә арналған. 120‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Скважинная сейсморазведка в рудных районах. М., 1984 (авторҙ.); Скважинная сейсморазведка. М., 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика