ЛЕННЫХ Иван Васильевич (31.10.1901, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Троицкое а. — 9.10.1961, Өфө), тау инженеры. Урал политехник ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1930). 1928 й. алып “Уралзолото” тресының разведка нач., 1930 й. — бүлек мөдире урынбаҫары, партия нач., 1936 й. — Сысәрт прииск идаралығының баш геологы, 1939 й. — Урал геол. идаралығының (бөтәһе лә — Свердловск) партия нач., 1947—60 йй. Көньяҡ Урал терр. геол. идаралығының (Өфө) партия нач., баш геологы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге мәғдәнле интрузияларҙы һәм алтын ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә бәйле. СССР‑ҙың 1:1000000 (1957) һәм 1:200000 (1960) масштаблы геол. карталары авторы; Л. ҡатнашлығында Уралдың геоморфол. карталары төҙөлә. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин пр. лауреаты (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1950).

Әҙәб.: К геологии колчеданного месторождения Учалы (Южный Урал) //Материалы по геологии и полезным ископаемым Южного Урала. М., 1962.

Ю.В.Гаррис

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика