ҠЫҘЛАРБИРГӘН, Үркәс, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үркәс а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 97 км һәм Сибай т. юл ст. 147 км алыҫлыҡта Ҡашҡаир й. (Кесе Эйек й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 25 кеше; 1939 — 209; 1959 — 159; 1989 — 453; 2002 — 410; 2010 — 350 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡананикольский урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Орск өйәҙендә дегет з‑ды хужаһы сауҙагәр Привалов нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүселәре ш. уҡ өйәҙҙең Ағатотҡан, Үркәс, Сәлимаяҡ утарҙарынан урыҫ крәҫтиәндәре булған. Исеме оронимдан (Ҡыҙҙар биргән) алынған. Ҡ. эргәһендәге йөҙйәшәр ҡарағастар — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке