АЛТЕЙ, һиҙәп үлән (Althaea), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда шифалы А. үҫә. Күп йыллыҡ бәрхәт төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 70—130 см. Тамырһабағы итләс тамырлы. Япрағы йомортҡа формаһында, бармаҡса уйымлы. Сәскәһе алһыу, эре, сәскәлеге тәлгәш һымаҡ. Июнь—авг. сәскә ата; емеше күп орлоҡло, июль—сент. өлгөрә. Башҡортостандың Урал алдында Ағиҙел, Ашҡаҙар, Дим һ.б. йй. һыубаҫар туғайҙарында осрай. Һаҙлы һәм дымлы һыубаҫар болонда үҫә. Декоратив, баллы, дарыу үҫемлеге. Медицинала тамыры ҡулланыла. Илдең бөтә фармакопеяларында бар (1778 й. алып). БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.