ҠЫҘҒЫ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 29 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Ҡыҙғы й. (Инйәр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 372; 1939 — 428; 1959 — 289; 1989 — 183; 2002 — 196; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Баҡалды урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡумрыҡ‑Табын улусы Тирәкле а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә утар булараҡ нигеҙ һала. 1839 й. 6 йорт иҫәпкә алынған. 19 б. уртаһында хәҙ. статусын ала. 1865 й. 25 йортта 154 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. Ш.М.Сиражетдинова, М.М.Усманов, О.З.Ханов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.