ЛЕНИНСКИЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мишкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 9 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта Соҡаяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 175 кеше; 1959 — 130; 1989 — 334; 2002 — 348; 2010 — 306 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мишкә лицейы №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1924 й. Бөрө кантонында ш. уҡ кантондың Брюховка һәм Ҡыйғаҙытамаҡ аа. кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика