ЛЕНИНСК, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 170 кеше; 1959 — 416; 1989 — 333; 2002 — 355; 2010 — 358 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Романовка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Дәүләкән с‑зы ойошторолғандан һуң с‑здың Ленинск бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика