ЛЕНИНГРАД АРТИЛЛЕРИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ. 1918 й. 14 апр. Петроградта Икенсе артиллерия уч‑щеһы булараҡ ойошторола; хәҙ. көндә Коломна юғары артиллерия команда уч‑щеһы. 1941 й. авг. — 1945 й. авг. Белорет ҡ. урынлаша. Ошо осорҙа офицерҙарҙың 26 сығарылышы (4,5 меңдән ашыу кеше) була: утсылар, топографтар, светометристар, метеорологтар, звукометристар һәм фотограмметристар. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1938) орд. м‑н бүләкләнгән. Училище нач.: ген.‑майорҙар Я.И.Броуд (1941 й. февр.—сент.), И.М.Тынянский (1941—42), П.П.Воробьёв (1942—44), С.С.Наумович (1944—45).

Әҙәб.: Бикмеев М. Башкортостан — кузница офицерских кадров. Уфа, 1988.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика