“ЛЕНИН ЮЛЫ”, ижт.‑сәйәси журнал. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты органы. Өфөлә ай һайын башҡ. телендә сыға. 1928 й. апр. алып 1930 й. июленә, 1932 й. дек. башлап 1937 й. дек. тиклем нәшер ителә. Журнал биттәрендә респ. партия ойошмаларының эшмәкәрлеге яҡтыртыла, үҙәк һәм өлкә партия ком‑тының ҡарарҙары, бойороҡтары, ижт.‑сәйәси темаларға мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррирҙәре: Ш.Ғ.Уразаев, Ғ.Х.Ғәлин.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика