ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ ХӘРБИ-СӘЙӘСИ АКАДЕМИЯ, 1919 й. Петроградта ойошторола; 1995 й. Иҡтисад, финанс һәм хоҡуҡ хәрби акад. м‑н берләштерелә һәм РФ Ҡораллы көстәренең Хәрби ун‑ты тип атала. 1941 й. окт. — 1943 й. авг. Бәләбәй ҡ. урынлаша. 1943 й. июль— нояб. уның эргәһендә РККА‑ның сәйәси составын камиллаштырыу юғары курстары эшләй. 1942 й. — 1943 й. уртаһында офицерҙарҙың һәм сәйәси хеҙм‑рҙәрҙең (хәрби педагогтар һәм сәйәси хеҙм‑рҙәр) бер нисә сығарылышы (3,7 меңдән ашыу кеше) була. Акад. нач. — бригада комиссары, 1942 й. дек. алып ген.‑майор А.Н. Щербаков (1941—43). Бәләбәйҙә академия урынлашҡан биналарҙың береһендә (Ҡыҙылармеецтар урамы, 43) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Академия имени В.И.Ленина: ист. очерк. М., 1980.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика