АҠМУЛЛА М. МУЗЕЙЫ. Миәкә р‑ны Туҡһанбай а. урынлашҡан. 1981 й. Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы Милли музей филиалы булараҡ асыла, 2002 й. алып Милли әҙәби музей филиалы. Әҙәби музей фондында 500‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Аҡмулланың 1904 й. Ҡазанда баҫтырылған шиғырҙар йыйынтығы; Башҡортостандың көньяҡ райондарына экспедиция (1960) ваҡытында Н.Д.Шоңҡаров яҙып алған әҙип шиғырҙарына халыҡ йырҙарының магнитофон яҙмалары; Аҡмулланың Р.Шәкүр төҙөгән шәжәрәһе; антропологик материалдар б‑са З.Р.Басиров төшөргән графика һәм скульптура портреттары; шағир үҙе яһаған йыйылмалы ағас ултырғыс бар. 3 залда урынлашҡан күргәҙмә Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына арналған мемориаль, башҡорттарҙың 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы традицион торлаҡ интерьеры күрһәтелгән этнографик, район тарихына арналған бүлектәрҙән тора.

Ә.В.Шәрипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018