ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, ЯСЙ. Борай р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Оло Баҙраҡ ауылы. Составында 4 һыйыр малы фермаһы, һарыҡ фермаһы, 3 умарталыҡ. Балалар баҡсаһы, 3 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 2 мәҙәниәт йорто, клуб һ.б. бар. 2012 й. 95 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 8276 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр 7925 га тәшкил иткән. Иген куль тураларының уңдырышлылығы — 27,1 ц/га, иген етештереү — 11307 т. Һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2990 кг ашыу булған, һөт етештереү — 1480 т, ит — 158 т (2011). Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1969 й. В.И.Ленин ис. к‑з булараҡ нигеҙ һалына, 1991 й. алып В.И.Ленин ис. крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы, 2011 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Р.А.Борханов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика