ЛЕНИН В.И. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ, Өфөлә урынлашҡан. 1941 й. ойошторола, 1991 й. алып Тарихи‑мәҙәни музей комплексы, 1994 й. — Башҡортостан халыҡтары этнографияһы музейы составында, 2001—06 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 6 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. герле сәғәт, Н.К.Крупскаяның кейеме, Б.Н.Нимвицкий ғаиләһе тарафынан бүләк ителгән Кузнецов фарфор з‑дының сәй сервизы. Беренсе ҡатта В.И.Лениндың 1900 й. Өфөлә булыуы, “Искра” (“Осҡон”) гәз. баҫмаға әҙерләү т‑дағы документаль экспозиция; ш. уҡ һынлы сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы урын алған. Мезонинда Ленин ғаиләһе йәшәгән мемориаль йорт йыһаздары булдырылған. Музей бинаһы — 19 б. аҙ. ҡараған тарих ҡомартҡыһы.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика