ЛЕНИН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 72 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 370 кеше; 1959 — 213; 1989 — 161; 2002 — 153; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика