ЛӘМӘҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Ләмәҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 45 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 120 км алыҫлыҡта Ләмәҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 428 кеше; 1920 — 541; 1939 — 398; 1959 — 373; 1989 — 411; 2002 — 483; 2010 — 531 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Дыуан урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1788 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь наместниклығының дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 8 йортта 74 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 331 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 6 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1884 й. төҙөлгән), сиркәүәхәллә мәктәбе, 4 тимерлек теркәлгән. 1920 й. алып Үрге Ләмәҙ булараҡ теркәлгән (19 б. аҙ. — 20 б. уртаһында Түб. Ләмәҙ бүлендек ауылы булған), 1959 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. А.И.Чухарев ошо ауылда тыуған.

Н.И.Черепанова,Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р. Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика