ЛЕМАЕВ Николай Васильевич (14.11. 1929, Урта Волга крайы Ҡыҙылъяр а. — 24.12.2000, Нижнекамск ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1982), Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1985), СССР‑ҙың атҡ. нефтехимигы (1979), СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1982), ТР‑ҙың атҡ. химигы (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1956). 1950 й. алып Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй: цех нач., баш инженер урынбаҫары. 1960 й. алып Татарстан ХХС‑ының Нефтехимия сәнәғәте идаралығы нач. урынбаҫары, 1963 й. — “Нижнекамскнефтехим” ПБ‑ның ген. директоры 1985 й. СССР нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрының 1‑се урынбаҫары, 1985 й. алып — министры, 1989—90 йй. СССР химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министры. 1991 й. алып “Нефтек‑техно” (Мәскәү) АЙ президенты, бер үк ваҡытта 1996 й. алып “Нижнекамскнефтехим” ААЙ дир. советы рәйесе. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү проблемаларын тикшереүгә арналған. Л. етәкс. Яңы Өфө НЭЗ‑ында каталитик крекинг ҡоролмалары реконструкциялана, ароматик углеводородтар етештереү үҙләштерелә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 68 уйлап табыу авторы. РСФСР ЮС‑ының 8‑се, 11‑се һәм ТАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1993). Ленин (1971, 1980), Окт. Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.Н.Ғимаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика