ЛЕКСИКОЛОГИЯ (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы һәм ...логия), телдең һүҙлек составын өйрәнеүсе тел ғилеме бүлеге. Л. бурыстары: телдең һәм телмәрҙең төп билатераль (ике яҡлы) берәмеге булараҡ һүҙ проблемаларын; лексик берәмектәрҙең типтарын һәм уларҙың функцияларын; телдең һүҙлек составы төҙөлөшөн, уның тулыланыу һәм үҫеш юлдарын; лексика һәм телдән тыш ысынбарлыҡты өйрәнеү. Л. һүҙ структур (һүҙҙең айырым һәм оҡшаш критерийҙарын билдәләй), семантик (һүҙ мәғәнәләренең типтарын, уларҙы сикләү критерийҙарын, уларҙың үҙгәреү һәм үҫеш ысулдарын асыҡлай; ҡара: Семасиология) һәм функциональ (тел төҙөлөшөндә һәм телмәрҙә һүҙҙең урынын, уның башҡа берәмек кимәлдәре м‑н мөнәсәбәтен, ярашыу үҙенсәлектәрен өйрәнә) һ.б. аспекттарҙа ҡарала; һүҙҙе һүҙлек һәм текст берәмеге булараҡ өйрәнеүҙең сиктәре билдәләнә. Һүҙҙәрҙе парадигматик (ҡара: Парадигма) һәм синтагматик мөнәсәбәттәргә нигеҙләнгән булыуына ҡарап бүләләр: антонимдар, омонимдар, паронимдар, тематик төркөмдәр, лексик‑семантик һәм функциональ‑семантик ерлектәр һ.б. Тел лексикаһының тулыланыу ысулдары: 1) яңы һүҙҙәр яһалыу (ҡара: Һүҙьяһалыш); 2) яңы лексик мәғәнәләр формалашыу; 3) һүҙбәйләнештәр яһалыу (ҡара: Синтаксис); 4) үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Башҡ. Л. тарихы лексикографиның формалашыуы һәм үҫеше м‑н билдәләнә; башҡорт теленең лексикаһын сағылдырған һүҙлектәр төҙөү эше 20 б. 30—40‑сы йй. лексикологик мәсьәләләрҙе төрлө яҡлап өйрәнеүгә мөмкинлек бирә. Башҡ. теленең һүҙлек составын өйрәнеүгә иң тәүгеләрҙән булып Н.К.Дмитриев мөрәжәғәт итә. Ж.Ғ.Кейекбаевтың башҡ. лексикаһына тулы һәм фәнни яҡтан нигеҙләнгән характеристика биргән хеҙмәттәре башҡ. Л. үҫешендә мөһим урын биләй. К.Ғ. Ишбаев, Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, З.Ғ.Ураҡсин, М.Х.Әхтәмов һ.б. тикшеренеүҙәре ҙур өлөш индерә. Т.М.Ғарипов, Н.Д.Ғарипова, Э.Ф.Ишбирҙин, Р.Н. Тереғолова һ.б. хеҙмәттәрендә башҡ. теленең үҙләштерелгән лексикаһына ентекле анализ яһала. Яҙма ҡомартҡыларҙың лексикаһын өйрәнеү (И.Ғ. Ғәләүетдинов, Р.Х.Халиҡова, Ҡ.З. Әхмәров һ.б.) тарихи Л. нигеҙ һала. Һүҙҙәрҙең тарихын, тел һәм экстралингвистик факторҙарҙы (Ғәләүетдинов, Ишбирҙин һ.б.) иҫәпкә алып, лексик системаның формалашыуын һәм үҫешен өйрәнеү уның тикшеренеү объекты иҫәпләнә; тарихи Л. үҫешенә этимология йоғонто яһай.

20 б. аҙ. алып сағыштырма Л. (ҡара: Сағыштырма тел ғилеме) айырым иғтибар бүленә; унда һүҙҙәрҙең һәм уларҙың тупланмаларының структур‑семантик оҡшашлыҡтары һәм айырымлыҡтары, төрлө системалы телдәрҙең лексик мөнәсәбәттәренең үҙенсәлектәре асыҡлана; тикшеренеү һөҙөмтәләре тәржемә һүҙлектәре төҙөгәндә киң ҡулланыла. Л. ғәмәли аспекты булараҡ телмәр мәҙәниәте мөһим соц. функцияға эйә. Башҡ. Л. б‑са тикшеренеүҙәрҙә ш. уҡ когнитив лингвистика ҡаҙаныштары ла ҡулланыла. Башҡ. Л. көнүҙәк мәсьәләләренә арналған байтаҡ тематик йыйынтыҡтар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан баҫтырып сығарыла (башҡ. лексикаһының үҫеш тенденциялары, номинация теорияһы, һүҙҙең мәғәнәһе һәм төшөнсәһе араһындағы мөнәсәбәт һ.б.); башҡорттарҙың мәҙәниәтен сағылдырған лексиканы тасуирлауға айырым иғтибар бирелә. Л. диалектология, терминология, ономастика, фразеология һәм тел ғилеменең башҡа бүлектәре, ш. уҡ лингвокультурология, психолингвистика, социолингвистика, этнолингвистика һ.б. фәнни дисциплиналар м‑н бәйле.

Әҙәб.: Башкирская лексика: темат. сб. Уфа, 1966; И ш б е р д и н Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986; Актуальные проблемы башкирской лексикологии и лексикографии. Уфа, 1994.

 

Ғ.Ғ.Ҡаһарманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика