“АҠМУЛЛА”, рәсемле сатирик-юмористик журнал. Нәшер итеүсеһе — Х.Ғәниев. 1911 й. июленән 1916 й. ғин. тиклем Ырымбур губ. Троицк ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. Барлығы 51 һаны донъя күрә. Х.Сосновскийҙың “Энергия” типографияһында баҫтырыла. Журнал кешеләрҙең ижт. тормошондағы етешһеҙлектәрҙе, иҫке ҡарашлы дин әһелдәрен, ялҡау һәм ғәмһеҙ шәкерттәрҙе көлкө утына ала. Баҫма биттәрендә Ш.Бабич, Я.Ғ.Йомаев, К.Ҡәрипов һ.б. сатирик һәм юмористик әҫ. донъя күрә.

Әҙәб.: Гимадиев У.И. Сила сатирического слова: роль и значение татарских сатирических журналов дооктябрьского периода в развитии национальной литературы. Казань, 1987.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке