ҠАЛЫУАЙЫРЫ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ҡолғона а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 93 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Ҡалыуайыры й. (Еҙем й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 69 кеше; 1920 — 131; 1939 — 82; 1959 — 317; 1989 — 132; 2002 — 151; 2010 — 149 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡолғона урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19—20 бб. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Үрге Ташбүкән а. (хәҙ. Ғафури р‑нында) кешеләре утар булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡалыуҡыры исеме м‑н теркәлгән. 1906 й. шөғөлдәр араһында ағас әйберҙәр яһау булған. 30‑сы йй. башында хәҙ. статусын ала.

Р.Н.Ҡотошов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.