ЛЕКСИКОГРАФИЯ (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы һәм ...графия), һүҙлектәр төҙөү практикаһы һәм теорияһы м‑н шөғөлләнеүсе тел ғилеме бүлеге. Практик Л. телде өйрәтеү, уны һүрәтләү һәм нормалаштырыу, лексиканың фәнни нигеҙҙәрен өйрәнеү, тел‑ара аралашыу функцияларын үтәй; теоретик Л. типология, макро‑ һәм микроструктура, һүҙлектәрҙең мета‑теле һ.б. тикшерелә. Л. лексикология м‑н тығыҙ бәйле.

Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт-төрк” хеҙмәте — башҡорттарҙың лексик берәмектәре теркәлгән иң боронғо сығанаҡ. Башҡорт теле б‑са ҡиммәтле лексикографик материалдар 18—19 бб. ғалимдары П.Учадамцев, П.С.Паллас, М.М.Биксурин, С.Б.Күкләшев, Л.З.Будагов, В.В.Радлов, М.Ә.Ҡыуатов, В.Проле (ҡара: Төркиәт) һ.б. хеҙмәттәрендә бирелгән. В.В.Катаринскийҙың һүҙлектәре башҡ. Л. тарихында фәнни әһәмиәткә эйә: урыҫса‑башҡортса һүҙлектә (1893) һүҙҙәрҙең тематик һәм лексик‑грамматик төркөмдәре ҡулланылған; башҡортса‑урыҫса һүҙлектә (1899) башҡ. лексикаһына ғына хас һүҙҙәр сағылдырылған (тәржемәләр, аңлатма, этимологик белешмә һ.б. м‑н тулыландырылған).

Башҡорт тел ғилемендә лексикографик традициялар 20 б. 20‑се йй., хәҙ. башҡ. әҙәби теле формалашҡан һәм башҡорт яҙыуы үҫешкән саҡта, туплана башлай, ул осорҙа башҡ. теленең йәнле һөйләү лексикаһын йыйыу һәм аңлатма биреү эштәре башлана: Ғ.Ф.Вилдановтың (1924; яҡынса 90 һүҙ) һәм Н.Т.Таһировтың (1926; яҡынса 1,1 мең һүҙ) “Башҡорт лөғәте” китабы; Т.Мораттың аңлатмалы һүҙлеге (баҫылмаған, 2 меңдән ашыу берәмек), М.А.Ҡулаевтың башҡортса‑урыҫса һүҙлеге (баҫылмаған) һ.б. Орфография үҫешә башлағас, тәүге орфографик һүҙлектәр эшләнә (Ғ.Й.Дәүләтшин, Ҡ.З.Әхмәров). Терминология комиссияһы ярҙамында терминология һәм терминологик һүҙлектәрҙең тәүге сериялары (Т.Ғ. Байышев, Вилданов, Ғ.Ғүмәр, Х.Усман, З.Ш.Шакиров һ.б.) эшләнә.

1942 й. һәм 1954 й. башланғыс һәм урта мәктәптәр өсөн бәләкәй күләмле урыҫса‑башҡортса һүҙлектәр (төҙөүсеһе Ғ.Р.Кәримова) сығарыла; 1948 й. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел белгестәре коллективы тарафынан башҡортса‑урыҫса һүҙлек әҙерләнә (яҡынса 40 мең берәмек, Н.К.Дмитриев һ.б. мөхәррирлегендә). Башҡортса‑урыҫса (1958; яҡынса 22 мең берәмек) һәм урыҫса‑башҡортса (1964; яҡынса 45 мең берәмек; икеһе лә — Әхмәров һ.б. мөхәррирлегендә) һүҙлектәрҙә бик күп һүҙҙәр бирелә. Һүҙлектәр сығарыу Л. теоретик мәсьәләләрен өйрәнеү һәм хәл итеү, уның фәнни нигеҙҙәрен билдәләү м‑н бергә алып барыла (Байышев, Ә.Ғ.Бейешев, Т.М.Ғарипов, Дмитриев, Ж.Ғ.Кейекбаев, Ә.Ә.Юлдашев һ.б.); ғалимдар тарафынан нормативлыҡ, һүҙҙәрҙе һайлап алыу принциптары, уларҙың аңлатмаһы һәм тәржемәһе, илл. һайлау мәсьәләләре һ.б. ҡарала.

1970—90 йй. ТТӘИ‑лә Бейешев етәкс. башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры әҫәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары, ҡулъяҙма китаптар, иҫке баҫма китаптар һ.б. нигеҙендә лексик картотека әҙерләнә; тупланған материал (1 млн берәмектән ашыу) “Башҡорт теленең һүҙлеге”нә инә.

Бер үк ваҡытта яңы йүнәлеш — дәреслектәргә ҡушымта итеп уҡыу һүҙлектәрен төҙөү теорияһы һәм практикаһы үҫешә; 80‑се йй. һуң Л. ғилеменең яңы ысулдарын ҡулланып һүҙлектәр төҙөлә башлай: урыҫ теле, ш. уҡ башҡ. теле материалында сит телдәрҙе өйрәнеү, Л.Ғ.Сәйәхова, Д.М.Хәсәнова тарафынан тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙе тематик классификациялау һ.б.; һүҙҙәрҙең грамматик төҙөлөшө, ярашыуы һ.б. т‑да мәғлүмәттәр биреү. Башҡорт теленең диалекттарын (ҡара: Диалектология) планлы рәүештә өйрәнеү һөҙөмтәһендә “Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге” (3 томда, 1967—1987; Н.Х. Мәҡсүтова һәм Н.Х.Ишбулатов етәкс.), “Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге” (2002) нәшер ителә. Фән һәм техниканың айырым тармаҡтары үҫешенә бәйле башҡ. теленең терминологик составы байый: терминдар һүҙлектәренең яңы серияһы барлыҡҡа килә.

Башҡ. телен фәнни яҡтан һүрәтләү һәм нормалаштырыу маҡсатында яңы типтағы һүҙлектәр төҙөү өҫтөндә эш алып барыла. Айырым лексик‑семантик категорияларға арналған тәүге һүҙлектәр сығарыла: омонимдар һәм антонимдар, синонимдар; антропонимдар һәм топонимдар (ҡара: Ономастика); фразеологизмдар (ҡара: Фразеология) һ.б. Һүҙлек типтарының киң бүленеше грамматика һәм морфемика өлкәһендәге теоретик тикшеренеүҙәрҙең таралыуы,  ш. уҡ уларҙы төҙөгәндә матем. ысулдар һәм дистрибутив‑статистик анализ ҡулланыуға бәйле: М.Х.Әхтәмовтың морфемалар (1982), грамматика (1994) һәм кире (1999) һүҙлектәре. Һүҙлектәрҙе һәм текстарҙы автоматлаштырылған эшкәртеү һәм квантитатив‑стилистик анализ нигеҙендә йышлыҡ һүҙлектәре төҙөлә (З.Ә.Сиразитдинов).

Башҡортса‑урыҫса (1996; 40 мең берәмектән ашыу) һәм урыҫса‑башҡортса (2 томда, 2005; 60 мең берәмектән ашыу; икеһе лә — З.Ғ.Ураҡсин етәкс.) һүҙлектәрҙе сығарыу оло ҡаҙаныш була. Паронимдар (2001) һәм һүҙьяһалыш (2005; икеһе лә — төҙөүселәре К.Ғ.Ишбаев, З.К.Ишкилдина); тарихи‑этимологик (2007; төҙөүсеһе — Ғарипов); “Башҡорт теленең академик һүҙлеге=Академический словарь башкирского языка” (10 томда, 2011 –; Ф.Ғ.Хисамитдинова) һ.б. һүҙлектәр сығарыла; күп телле һүҙлектәр (немецса‑урыҫса‑башҡортса, урыҫса‑башҡортса‑төрөксә‑инглизсә һ.б.) тарала. Башҡ. Л. когнитив һүҙлектәрҙә һүҙҙәрҙең идеографик классификация тәжрибәһен ҡуллана, уларҙың нигеҙендә Т.Ә.Килдебәкова тарафынан эшләнгән лексиканы ситуатив концепттарға (ҡара: Когнитив лингвистика) ойоштороу идеяһы ята.

Әҙәб.: Юлдашев А.А. Принципы составления тюркско-русских словарей. М., 1972; Вопросы лексикологии и лексикографии башкирского языка: сб. ст. Уфа, 1993; Ураксин З.Г. Новое время требует новых словарей //Башкирская филология: история, современность, перспективы. Уфа, 2005.

К.Ғ.Ишбаев, Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика