ҠАЛЫН, ҡалын алыу, башҡорттарҙа ҡалым малы биреүгә бәйле традицион туй йолаһы. Кәләш яғында төп туй тантаналары (ҡара: Туй) уҙғандан һуң кейәү яғында үткәрелгән. Көньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ-көнбайыш райондарҙа туйҙан һуң йәки 2—3 йыл эсендә, көнсығыш райондарҙа йәштәр никахлашҡанға тиклем, ҡоҙалауҙан һуң 2—3 ай үткәс башҡарылған. Ҡалым малы туйҙың һуңғы көнөндә бирелгән. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла кейәү йортона йыйылып, һикелә урын алғандан һуң ҡалымға биреләсәк мал т‑да ситләтеп һүҙ башлаған. Хужалар был турала ишетмәгәнгә һалышып, улар алдына киндер ашъяулыҡ йәйеп, бишбармаҡ ҡуйған. Һыйҙан һуң кейәүҙең атаһы ҡунаҡтарҙы мал бикләнгән урынға алып килгән. Кәләштең туғандары башына ҡыҙыл яулыҡ бәйләнгән ҡороҡ м‑н кәрәк тиклем малды үҙҙәре һайлап алырға тейеш булған. Күпме йылҡы һәм һыйыр, ваҡ мал алыныры алдан һөйләшелгән. Ҡайһы берәүҙәр ҡалым малын алдан айырып ҡуйған. Артабан кәләштең туғандары ҡалым малын һатып алырға тейеш булған: хужалар өйҙәренә бикләнеп, мал өсөн аҡса түләүҙе талап иткән. Аҡса түләгәндән һуң хужалар м‑н ҡунаҡтар урындарын алмашҡан. Ҡунаҡтар хужаларҙы һыйлаған, ә хужалар уларҙың аш-һыу оҫталығын баһалап, ҡунаҡтарға үҙ урынын (йыш ҡына осраҡта һатып) биргән. Ҡ. һәр ваҡыт йыр, таҡмаҡтар, уйын-көлкө, бейеүҙәр һәм халыҡ уйындары м‑н барған. Төрки халыҡтарҙа таралған йола.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке