ЛЕКСИКА (гр. lexikos — һүҙгә ҡағылышлы), телдең йәки уның айырым ҡатламының һүҙҙәр йыйылмаһы. Ысынбарлыҡ м‑н туранан‑тура бәйләнеше, телдә аралашыусыларҙың йәш, һөнәр, соц., терр. һ.б. күрһәткестәрен, йәмғиәт тормошоноң төрлө күренештәрен яҡтырта алыу һәләте — Л. төп үҙенсәлеге. Л. үҙгәреүсән: телдең тарихи үҫеше процесында лексик берәмектәрҙең стилистик, функциональ, семантик үҙенсәлектәре һәм ярашлығы үҙгәрә.

Хәҙ. башҡорт теленеңЛ. – башҡа төрки телдәр лексик берәмектәренең структур үҙенсәлектәренән айырылып торған һәм төрлө төркөм һүҙҙәре м‑н берләштерелгән ҡатмарлы система (ҡара: Морфонология). Башҡ. Л. нигеҙендә дөйөм төрки һүҙҙәре ята, уларҙың күбеһе үҙҙәренең тәүге мәғәнәһен һаҡлап ҡалған (ҡара: Тәү тел); ш. уҡ фольклор һәм этнография төшөнсәләрен, хайуандар һәм үҫемлектәр атамаларын һ.б. аңлатҡан төп башҡ. һүҙҙәрен айырып күрһәтәләр; үҙләштерелгән һүҙҙәр айырым ҡатламды хасил итә. Дөйөм төрки һәм төп башҡ. һүҙҙәре Л. 60%‑ын тәшкил итә, үҙләштерелгән һүҙҙәр — яҡынса 40%.

Л. фразеологизмдар (ҡара: Фразеология) айырым урын алып тора. Актив һәм пассив Л. айыралар: актив Л. сағыштырмаса тотороҡло, һүҙьяһалышта әүҙем ҡатнашҡан, стилистик яҡтан нейтраль һәм көндәлек аралашыуҙа йыш ҡулланылған берәмектәрҙән тора; пассив Л. ҡулланыу сфераһы (башҡорт теленең диалекттарындағы һүҙҙәр, профессионализмдар, терминология һ.б.), стилистик дифференциация (ҡара: Функциональ стил дәр), телдең тарихи үҫеш шарттары (иҫкергән һүҙҙәр, неологизмдар һ.б.) һ.б. м‑н сикләнгән.

Л. — лексикология, ономасиология, семасиология, социолингвистика, этимология һ.б. фәндәрҙең өйрәнеү объекты. Башҡ. Л. структур һәм семантик үҙгәрештәрен асыҡлауҙа диалектология б‑са тикшеренеүҙәр ҙур әһәмиәткә эйә. Һүҙлектәр Л. теркәүҙең төп сараһы булып тора.

Әҙәб.: Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.

Ғ.Ғ.Ҡаһарманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика