ЛЕКАРЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Таптыков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Дим т. юл ст. К.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 223 кеше; 1920 — 242; 1939 — 338; 1959 — 248; 1989 — 105; 2002 — 172; 2010 — 146 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1785 й. купчий ҡағыҙы б‑са Өфө өйәҙе Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының штаб‑лекарь А.Е.Фальк һатып алған аҫаба ерҙәрендә Фа(о)льков исеме м‑н нигеҙ һалына. Шулай уҡ Йылансы, Йылапас исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 24 йортта 131 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. ауыл эргәһендә Россинскийҙар усадьбаһы һәм пар тирмәне, Колотов утары теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика